МОРТАЗИН Муса Лут улы (20.2. 1891, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Көсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк-Маяҡ а., — 27.9.1937, Мәскәү), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү юғары хәрби-пед. мәктәбен (1924), РККА‑ның М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1927, Мәскәү) тамамлаған. 1912—17 йй. рус армияһында, кесе фейерверкер (1914), 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, корнет (1918), 1919 й. апр. башлап Рус армияһында, штабс-ротмистр, 1919 й. февр.—апр. һәм авг. алып Ҡыҙыл Армияла, комбриг (1935). Мәскәүҙә 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында (май, 1917) ҡатнаша, Бөтә башҡ. ҡоролтайы (дек., 1917; ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) делегаты. 1918 й. февр. башлап Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы ағзаһы, июндән Башҡ. ғәскәренең 1‑се кавалерия полкын ойоштороуҙа ҡатнаша, сент. алып эскадрон ком., 1919 й. ғин. — ш. уҡ полктың командиры. Февр. Башҡорт корпусы составында Ҡыҙыл Армия яғына сыға. 25 февр. башлап РККА‑ның 1‑се армияһы 20‑се уҡсылар дивизияһында. Ҡыҙылдарҙың Башҡ. корпусы һалдаттарын һәм башҡ. халҡын йәберләүе арҡаһында 16 апр. М. полкы м‑н аҡтар яғына сыға. Июндә 1‑се Башҡ. полкын Башҡорт айырым кавалерия бригадаһына (4 мең кеше) әйләндерә. 25 авг. яңынан Ҡыҙыл Армия яғына күсә, сент. алып Урал, 1920 й. апр. — Көньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа һуғыша. Авг. республикаға ҡайта, Бөрйән-Түңгәүер ихтилалына бәйле сәйәси хәлде яйға һалырға ярҙамлаша. Дек. башлап АСБР‑ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре б‑са халыҡ комиссары. Советтарҙың 8‑се һәм 9‑сы Бөтә Рәсәй съездары (1920, 1921, Мәскәү) делегаты. 1921 й. июненән БашҮБК рәйесе. Эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советтарының 10‑сы һәм 11‑се Бөтә Рәсәй съездары (1922, 1924, Мәскәү), СССР Советтарының 1‑се һәм 2‑се съездары (1922, 1924, Мәскәү) делегаты. 1927 й. алып РККА‑ның Баш идаралығы (Мәскәү) резервында, 1928 й. ғин. — 11‑се кавалерия див. 3‑сө бригадаһы, марттан 8‑се кавалерия див. бригада ком., 1929 й. — РККА‑ның Баш идаралығында инструктор, 1931 й. — РККА‑ның ат составы б‑са 2‑се секторы нач. урынбаҫары, 1932 й. — 4‑се сектор, 1933 й. — 2-се сектор начальнигы. 1935 й. башлап РККА‑ның ат составын тулыландырыу б‑са 2‑се бүлек начальнигы. Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1920, 1921), ҡылыс (1920, 1929) м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. М. исеме м‑н БР-ҙың Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡҡ., Баймаҡ р‑нының Иҫке Сибай, Темәс аа. урамдар аталған, Учалы р‑нының Учалы а. урамға М. исеме бирелгән, Мортазин М. музейы асылған. Учалы р‑нында уның исемендәге премия булдырылған.

Х е ҙ м.: Әҫәрҙәр: (очерктар, повесть, мәҡәләләр, документтар һәм фотолар). Өфө, 1994; Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну. М., 2007.

Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; Ш а ф и к о в Г.Г. И совесть, и жертвы эпохи. Уфа, 1991.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке