МЕХАНИК ҠОРОЛМАЛАР. Үткәргес торбаларҙың эсен ултырмаларҙан, бысратҡыстарҙан, тутыҡ һәм электродтарҙан таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән. Бысратҡыстарҙы алып ташлау алымы һәм конструкцияһы б‑са ике төркөмгә бүленәләр. 1‑се төркөм ҡоролмалары хәрәкәт итеү процесында үткәргес торбаның арҡыры киҫелешен яба һәм ултырманы эткән тығыҙлағыс элементтары ярҙамында торба үткәргес эсенән бысратҡыстарҙы ҡыҫырыҡлап сығара; 2‑се төркөм ҡоролмалары торба үткәргестең эске йөҙөндәге ултырмаларҙы өҫтәмә рәүештә емерә, айырып ала, йыя һәм сығарып ташлай торған махсус таҙартыу элементтары (магниттар, щёткалар) м‑н йыһазландырылған. М.ҡ. үткәргес торба транспортында һәм нефть промыслаларында юғары парафинлы нефтте һәм скважиналарҙағы таҙартылмаған продукцияны ташый торған үткәргес торбаларҙы һәм йыйыу коллекторҙарын таҙартыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 1960—70 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда шар һымаҡ бүлгестәр, щёткалы ЩС, ЩСП ҡырғыстары һ.б. уйлап табылған. 1993 й. ӨДНТУ‑ла һәм “Востокнефтегаз” фәнни‑техник ЯСЙ‑нда диам. 89 мм алып 1420 мм тиклем булған үткәргес торбаларҙы таҙартыу өсөн төрлө конструкциялы М.ҡ. эшләнә (Ф.М.Мөғәллимов, И.Ф.Мөғәллимов, В.А.Сафонов һ.б.). Диам. 159 мм алып 530 мм тиклем булған үткәргес торбалар өсөн “ОУ‑Пор” (йомшаҡ, ныҡлығы арттырылған), “ОУ‑Пор‑Б” (мискә рәүешендә), “ОУ‑ПП” (үтә алыусанлығы юғары) поролонлы таҙартыу ҡоролмалары уйлап табылған. Таҙартҡыс элементтар итеп төрлө ҡатылыҡтағы резина һәм полиуретан манжеттар һәм дискылар (тура һәм конус рәүешендәге) файҙаланыла. Диам. 114 мм алып 426 мм тиклем булған үткәргес торбалар өсөн “ОУ‑П‑ДС”, ш. уҡ торған урынын күрһәткән сигнализатор м‑н берләштерелгән “ОУ‑П‑Т‑100”, “ОУ‑П‑Т‑150”, “ОУ‑П‑ Т‑200”, “ОУ‑П‑Т‑300”, “ОУ‑П‑Т‑400” һ.б. таҙартыу ҡырғыстары уйлап табылған (ҡара: Техник диагностика). Был ҡоролмалар “Башнефть”, “Татнефть”, “ТНК‑ВР”, “Роснефть”, “Сибнефть”, “Русснефть” һ.б. нефть компанияларында файҙаланыла.

Ф.М.Мөғәллимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.