АНПИЛОГОВ Поликарп Иванович (12.3.1923, Һамар губ. Баклановка а. — 7.6.2007, Октябрьский ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин һәм Көнбайыш фронттарҙа миномёт ком. булып хеҙмәт итә, 1944 й. апр. — разведчик, 2‑се Украина фронты 7‑се гвардия армияһы 409‑сы уҡсылар див. 463‑сө махсус разведка ротаһының отделение командиры. Дан орд. м‑н 1944 й. 14 дек. Кишполак а. (Венгрия) тирәһендәге, 1945 й. 23 һәм 28 ғин. Нова Веска а. һәм Антальх ҡ. (икеһе лә — Чехословакия) янындағы, февр.—мартта немец‑венгр сигендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнә. 1945 й. демобилизациялана. 1946—52 йй. Куйбышев өлк. “Новый быт” к‑зында бригадир, рәйес урынбаҫары булып эшләй. 1978 й. алып Октябрьский ҡ. йәшәгән. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың марты) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018