МЕТРОЛОГИЯ (гр. meјtron үлсәү һәм …логия), үлсәүҙәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү ысулдары һәм саралары, талап ителгән теүәллеккә өлгәшеү алымдары т‑дағы фән. 3 бүлекте үҙ эсенә ала: теоретик, закон сығарыу һәм практик (ғәмәли). Теоретик М. берәмектәр системаһын, эталондарҙы, үлсәү һөҙөмтәләрен эшкәртеү, үлсәү яңылышлыҡтарын баһалау методикаларын һ.б. эшләй һәм камиллаштыра. Закон сығарыу М. физик дәүмәлдәрҙе, эталондарҙы, үлсәү ысулдарын һәм сараларын ҡулланыу б‑са мотлаҡ булған техник һәм ғәмәли талаптарҙы билдәләй. Ғәмәли М. теоретик М. һәм закон сығарыу М. асыштарын ҡуллана. Физик дәүмәлдәрҙең бөтә (механик, электр, йылылыҡ һ.б.) берәмектәре, үлсәүҙәрҙең берҙәмлеген тәьмин итеү һәм теләһә ниндәй изделиеның йәшәү циклының бөтә этаптарында метрологик тәьмин итеүҙе ойоштороу саралары һәм ысулдары М. объекттары булып тора. 1902 й. Өфөлә ауырлыҡ, оҙонлоҡ һәм күләм үлсәмдәрен күҙәткән тәүге метрология хеҙмәте ойошторола. 1926—31 йй. урыҫ үлсәмдәрен һәм үлсәүҙәрен берҙәм халыҡ‑ара үлсәмдәргә һәм үлсәүҙәргә алмаштырыуға бәйле Өфө тау ҡорамалдары з‑дында (1933—46; ҡара: “Горнас”) метрик үлсәүҙәр һәм герҙәр сығарыла башлай. М. хеҙмәтенә респ. 1926 й. алып БАССР Эске эштәр ХК‑ның үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр бүлеге, 1939 й. — БАССР ХКС‑ы эргәһендәге үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары б‑са ком‑т идаралығы, 1955 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге Стандарттар, үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары ком‑ты, 1956 й. — Үлсәү техникаһы б‑са Башҡ‑н дәүләт лаб., 1967 й. — Стандарттарға һәм үлсәү техникаһына дәүләт күҙәтеүе Башҡ‑н (1975 й. — Башҡ‑н өлкә‑ара) лаб., 1977 й. — Рәсәй дәүләт стандартының Башҡ‑н стандартлау һәм метрология үҙәге, 1993 й. башлап Өфөләге Стандартлау, метрология һәм сертификациялау үҙәге һәм уның Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет ҡҡ. филиалдары етәкселек итә. 50‑се йй. алып геофизика эштәре өсөн үлсәү приборҙарын “Геофизприбор” ДУП‑ы, “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһы ААЙ, ауыш йүнәлешле скважиналарҙы быраулау өсөн — “Пилот” техник системалар ҒТИ, медицина өсөн — Салауат оптикамеханика заводы, сауҙа өсөн (ҡара: Үлсәү) — Иглин үлсәү заводы уйлап таба һәм эшләп сығара. 70‑се йй. алып “Нефтеавтоматика” ААЙ РФ нефть сәнәғәте метрология хеҙмәтенең баш ойошмаһы булып тора, унда метрология һәм метрологик тәьмин итеү, ш. иҫ. нефтте һәм нефть продукттарын иҫәпкә алыуҙа ҡулланылған үлсәү системалары б-са ғилми‑тикшеренеү эштәре, үлсәү сараларын тикшереү һ.б. алып барыла. 1974— 80 йй. ӨАИ‑ла А.И.Заико етәкс. үлсәүҙәге яңылышлыҡтарҙы билдәләүҙең комплекслы юлдары уйлап сығарылған, теүәллекте күтәреү ысулдары, үлсәү сараларын тикшереү алымдары табылған. 90‑сы йй. башынан ӨДНТУ‑ла Ә.Х.Мөхәмәтйәнов етәкс. стандарт өлгөләр нигеҙендә нефттең һәм нефть продукттарының составын һәм үҙенсәлектәрен үлсәп билдәләүҙең метрологик берҙәмлеген тәьмин итеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм тармаҡ‑ара “ИНТЕГРСО” ҒПБ ойошторола. “Нефтемаш” ААЙ‑нда нефть һәм нефть продукттарын иҫәпкә алыу өсөн төрлө узелдарҙағы шыйыҡлыҡ счётчиктарын тикшереү өсөн турбопоршенле стационар ТПУ‑100, ТПУ‑280, ТПУ‑500 ҡулайламалары һәм күсмә ҡулайламалар сығарыла. Шулай уҡ ҡара: Традицион башҡорт үлсәмдәре.

А.И.Заико, А.А.Сорокин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке