МОРТАҘА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 408; 1939 — 273; 1959 — 252; 1989 — 172; 2002 — 194; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Первомайский урта мәктәбе филиалы),балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Мортаҙа Яратҡолов (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Мортаҙа Һөйөндөков) исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 162 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта — 177 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.