МОРАТША СЫРТЛАНОВ, Крәҫ‑ тиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорто. Шул уҡ улустың стар‑ шинаһы. 1759 й. башҡорттар делегацияһы составында С.‑Петербургҡа императрица Елизавета Петровнағабашҡ. ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу т‑да хат алып бара. 1774 й. 23 мартында Өфө эргәһендә И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы алышта ҡатнаша, июлдә Ҡәнзәфәр Усаев м‑н берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғаларында һуғыша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.