МОРАТ АБДАЛОВ, М о р а т А б р а л о в, М. А б т а л о в (1706—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Морат а. башҡорто. Батыр. Башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыусы. 1773 й. дек. алып М.А. отряды (600‑гә яҡын кеше) Исәт провинцияһында һуғыша. Уй ҡәлғәһен ҡамай, 16 дек. подполковник Декастро-Лацеродо командаһы м‑н һуғыша. Төрөкмән Йәнсәйетов м‑н берлектә Ҡарағай, Петропавловск һәм Магнит ҡәлғәләренә һөжүм яһай. 1774 й. май башында батшаға тоғро старшина Кейекбай Яманһарин отрядын ҡыйрата. Май—июндә Һаҡмар й. буйында Төрөкмән Йәнсәйетов м‑н берлектә подполковник И.Л.Тимашев (ҡара: Тимашевтар) етәкс. хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа, Урғаҙа (22 май) һәм Таналыҡ ҡәлғәләрен алыуҙа ҡатнаша. 5 июндә Преображенск заводын туҙҙыра. Окт. Тимашевҡа баш һалып килә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.