МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, гидрометеорология хеҙмәтенең атмосфераның Ер йөҙө м‑н тәьҫир итешеүе ваҡытында унда барған физик процестарҙың торошон һәм үҙгәреүен билдәләү өсөн тәғәйенләнгән күҙәтеү бүлексәһе. Метеорологик шарттарҙың бөтә төрҙәре б‑са прогноз әҙерләү өсөн мәғлүмәт алыу, насар һауа торошо т‑да алдан иҫкәртеү, терр‑ялағы метеорологик хәл т‑да мәғлүмәт туплау һәм уны дөйөмләштереү маҡсатында М.с. билдәләнгән ваҡытта атмосфераның баҫымын, елде, т‑раны, һауаның дымлылығын, яуымтөшөмдө, ҡар ҡатламын һ.б. даими рәүештә күҙәтә, радиоактив һибелмәләрҙе йыйып ала, тупраҡтың т‑раһын үлсәй. Ҡуйылған бурыстарҙың кимәленә бәйле рәүештә М.с. түбәндәгеләргә бүленә: реперлы (киң һәм планета масштабында барған процестарҙы тикшерә), төп (метеорологик дәүмәлдәрҙең әйләнә‑тирә өсөн булған ҡиммәттәрен терр‑я станциялары араһындағы теләһә ниндәй нөктәһе өсөн эшкәртеп бирә) һәм өҫтәмә (үҙенсәлекле гидрометеорологик шарттарҙы иҫәпкә ала, төбәк кимәлендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн халыҡҡа һәм ойошмаларға мәғлүмәт бирә); күҙәтеүҙәрҙең программаһы б‑са — 1‑се разрядлы (күҙәтеүҙәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла һәм уларға буйһонған М.с. мәғлүмәттәрен эшкәртә), 2‑се разрядлы (тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙәр алып бара, уларға буйһонған постарҙың мәғлүмәттәрен эшкәртә һәм тапшыра), 3‑сө разрядлы (күҙәтеүҙәр тәүлек әйләнәһенә алып барылмай). М.с. төбәк өсөн типик булған урында (участка майҙаны 1 га), һыу ятҡылыҡтарынан һәм бейек кәртәләрҙән (ағастар, ҡаралтылар) алыҫта урынлаштырыла; бер яғы төньяҡ- көньяҡ йүнәлештә ятҡан квадрат формаһындағы майҙансыҡты (26 м2) үҙ эсенә ала, унда метеорологик үлсәү приборҙары һәм ҡорамалдары билдәле ҡәтғи тәртиптә урынлаштырыла. Башҡортостанда тәүге метеокүҙәтеүҙәр 19 б. уртаһынан башлана. М.с. 1892 й. Бөрө ҡ., 1912 й. — Өфө өйәҙенең Шишмә ҡасабаһында, 1914 й. — Бөрө өйәҙенең Асҡын а. һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең Мәләүез а., 1917 й. — Бәләбәй өйәҙенең Баҡалы а. асыла. 1916 й. ҡарата Өфө губ. 88 М.с. һәм пункты була, 1920 й. — 64 (9 эшләй). 1931 й. 2‑се разрядлы 35 М.с. һәм 45 яуым‑төшөм үлсәгес пост иҫәпләнә. 1936 й. тиклем М.с. күҙәтеүҙәр урта ҡояш ваҡыты б‑са тәүлегенә 3 тапҡыр, 1965 й. тиклем — 4, 1966 й. алып Мәскәү ваҡыты б‑са 8 тапҡыр, 1993 й. — урта Гринвич ваҡыты б‑са, 2006 й. — аныҡланған Бөтә донъя ваҡыты б‑са алып барыла. 2013 й. ҡарата БР терр‑яһында 2‑се разрядлы 32 М.с. эшләй, уларҙың 7‑һе — реперлы, 17‑һе — төп, 8‑е — өҫтәмә, 3‑өһө гидрологик станциялар (Павловка, Йылайыр, Стәрлетамаҡ) составында, 1‑еһе — аэрологик ст. (Өфө—Дим) составында, 1‑еһе — берләштерелгән гидрометеорологик ст. (Туймазы) составында, 2 автоматлаштырылған ст. бар (Белорет р‑ны). Систематик рәүештә алып барылған стандарт күҙәтеүҙәрҙән тыш, 8 М.с. ҡояшлы ваҡытты теркәй, 7 — ямғыр интенсивлығын, 9 — тупраҡ т‑раһын тәрәндә тәбиғи япма аҫтында үлсәй, 17 — тәбиғи япма булмаған урында, 3 — һыу өҫтөнән парға әйләнеүҙе үлсәй, 5 — яуым‑төшөм өлгөләрен, 9 — ҡарҙы химизмға тикшереү өсөн проба ала, 32 — радиометрик күҙәтеүҙәр һәм 1 — актинометрик һәм йылылыҡ балансы б‑са күҙәтеүҙәр (Кушнаренко метеостанцияһы) алып бара. 

 Л.Р.Байымбәтова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке