МОРАТ, М о р а т С о л т а н (?— 1708, Ҡазан), Башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Өфө өйәҙе башҡорто (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Күсем нәҫеленән булған Себер ханы). 1706 й. йәйендә баш күтәргән башҡорттар делегацияһы башында батша хөкүмәтенә ҡаршы бергәләп көрәшеү өсөн Төньяҡ Кавказ халыҡтары м‑н бәйләнеш урынлаштыра. Июль аҙағында ихтилалға ҡораллы ярҙам күрһәтеү т‑да һөйләшеү өсөн Ҡырым ханлығына һәм Төркиәгә барған башҡорт илселегенә етәкселек итә. 1707 й. аҙ. — 1708 й. башында Төньяҡ Кавказда ихтилал күтәрә (Морат ихтилалы), уға баш күтәреүселәрҙең берләшкән отрядтары (аҡсайҙар, башҡорттар, ҡумыҡтар, нуғайҙар, чечендар, ҡасҡын казак расколсылары һ.б.) ҡушыла. 1708 й. февр. Әстерхан өйәҙенең Терек ҡаласығын ҡамай һәм штурмлай. Әстерхан воеводаһы П.М. Апраксин етәкс. хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғышта яралана һәм әсиргә алына. Тән язаһына дусар ителә. Язалап үлтерелә.

И.Ғҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.