АНОЩЕНКО Николай Дмитриевич (25.10.1894, Белгород ҡ. — 14.12.1975, Мәскәү), кинорежиссёр, кинооператор, сценарист. Проф. (1940). Юғары хәрби осоусылар мәктәбен (Петроград, 1916), Дәүләт кинематография техникумын (Мәскәү, 1927) тамамлаған, 1925—27 йй. Германияла кино техникаһын өйрәнә. 1909—24 йй. авиацияла эшләй, бер үк ваҡытта 1913 й. алып — кинола. 1927—56 йй. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тында уҡыта. 1930 й. Башҡортостан т‑да документаль‑этнографик фильмдар төшөргән: “Азия сигендә” (“На границе Азии”), “Совет әкиәте” (“Советская сказка”; Әбйәлил р‑нының “Красная Башкирия”с‑зы т‑да), “Башкирка” (башҡорт аты т‑да поэтик хикәйә; ҡара: Документаль кино). Уҡыусыһы: Ғ.Ғ.Әмиров. А. исеме м‑н Белгородтағы урам аталған.

Хеҙм.: На границе Азии // Кино и жизнь. 1930. № 26.

Р.М.Йәнгиров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке