МЕТАЛЛОФИЗИКА, физиканың металл һәм иретмәләрҙең структураһын, уларҙа барған процестарҙы, физик һәм химик үҙенсәлектәрен өйрәнгән бүлеге. М. ҡаты есемдәр физикаһы составына инәһәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеменең физик нигеҙе булып тора. М. металдарҙың, иретмәләрҙең төҙөлөшөһәм уларҙыңүҙенсәлектәре араһындағы фундаменталь бәйләнештәрҙе билдәләй, ш. уҡ ваҡытта ул тикшеренеүҙәрҙең эксперименталь ысулдарына һәм төрлө физик теорияларға (квант һәм статистик механикаға, термодинамикаға, тотош мөхиттәр механикаһына һ.б.) нигеҙләнә. М. 3 төп йүнәлешен айыралар: металдарҙың микроскопия теорияһы, дефекттарҙы өйрәнеүһәм уларҙың металдарҙың механик, электр һ.б. үҙенсәлектәренә йоғонтоһон тикшереү, фазаларҙы һәм гетерофазалы металл материалдарын өйрәнеү. Хәҙерге М. квант механикаһы закондарына нигеҙләнеп, металл һәм иретмәләрҙең йылы һыйышлығының траға бәйле булыуын, уларҙыңүткәреүсәнлеген, юғары үткәреүсәнлек һәм ферромагнетизм күренештәрен тасуирлай. М. реаль металдарҙыңүҙенсәлектәрен кристаллы төҙөлөш дефекттары теорияһы — вакансия, дислокация, бөртөктәр сиге һәм фазалар ярҙамында тасуирлай. Башҡортостанда М. бса тикшеренеүҙәр 20 б. 60сы йй. башлап БДУла, ӨДАТУла, 70се йй. — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы интында һәм 80се йй. — Металдарҙыңүтәһығылмалылығы проблемалары интында алып барыла. БДУла ферромагнетиктарҙың домен структураһы теорияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.М.Вәхитов, Е.Г.Екомасов, М.М.Фарзетдинов, А.Ә.Хәлфина, М.Ә.Шәмсетдинов һ.б.), юғары үткәреүсәнлек һәм ферромагнетиктарҙа спин тулҡындары теорияһы (М.Б.Сәғҙәткирәева, М.Х.Харрасов һ.б.) үҫтерелә. Республикала М. реаль металдарҙың структураһын һәм механик үҙенсәлектәрен тикшереү мн бәйле өлкәһе киңүҫеш ала. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы интында ныҡлыҡһәм һығылмалылыҡ физикаһы өлкәһендә теоретик тикшеренеүҙәр үткәрелә; металдарҙың емерелеүе теорияһы, кристаллы төҙөлөшө дефекттарының кинетик теорияһы эшләнә (Ш.Х.Ханнанов). Металдарҙыңүтәһығылмалылығы проблемалары интында, ӨДАТУла металдарҙыңүтәһығылмалылығы бса тикшеренеүҙәр алып барыла; поликристалдарҙа улар рәшәткәле дислокацияларҙы йотҡанда тиң булмаған бөртөктәр сиге барлыҡҡа килеү күренеше асыла (Р.З.Вәлиев, О.Ә.Ҡайбышев); үтәһығылмалылыҡ хәлендәҡалыплау һәм ҡаты фазала тоташтырыу технологиялары эшләнә (Р.Й.Лотфуллин). 90сы йй. башынан М. яңы йүнәлеше үҫешә — күләмле наноструктур материалдарҙы алыу һәм тикшереү: уларҙы деформация юлы мн алыу ысулдары табыла һәм файҙаланыла (Вәлиев, О.Р.Вәлиәхмәтов, Р.М.Ғәлиев, Р.Р. Мөлөков, Г.А.Салищев һ.б.), электр, магнит, механик үҙенсәлектәре өйрәнелә (А.В.Корзников, Мөлөков, Х.Я.Мөлөков һ.б.), уларҙы формалаштырыуҙың, структура һәм үҙенсәлектәренең теоретик моделдәре яһала (А.П.Жиляев, А.Ә.Назаров, А.И.Пшеничнюк, Ф.З.Үтәшев һ.б.). Наноструктур титан (Вәлиәхмәтов, Ғәлиев), алюмин (М.В.Маркушев), ҡыҙҙырыуға сыҙамлы никель иретмәләрен (В.Әәлитов), интерметаллидтарҙы (В.М.Имаев, Р.М.Имаев) һәм композицион материалдарҙы (В.В.Астанин) алыу технологиялары эшләнә. Камиллаштырылған рентген структуралы анализ ысулдары наноструктур материалдарҙың структураһын һәм үҙенсәлектәрен тикшереүөсөн ҡулланыла (И.В.Александров).

А.А.Назаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.