МЕТАЛЛ ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы әҙер изделие килеп сыҡҡанға тиклем эшкәртеү һәм яңынан эшкәртеү ысулдары. Эшкәртелә торған металға тәьҫир итеү төрөнә ҡарап металдарҙы термик эшкәртеү, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, ҡойоу, иретеп йәбештереү һәм паять итеү, металдарҙы ҡырып эшкәртеү, электрофизик‑химик эшкәртеү, металдың өҫкө йөҙөн модификациялау (ионлы имплантация, азотлау, цементлаштырыу һ.б.), металдың өҫтөнә һаҡлағыс ҡаплауҙар ҡуйыу, газостатик преслау, лазер һәм плазма ярҙамында ҡырҡыу һәм металл бесеүҙе айыралар. М.э. бөтә төрҙәре машина һәм приборҙар эшләү пр‑тиеларында ҡулланыла. Башҡортостанда М.э. б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре (гальваник ҡаплама ҡуйыу, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, механик, термик эшкәртеү һ.б.) 20 б. 40‑сы йй. башлана. 60‑сы йй. ӨАИ‑ла металл ҡырҡыуҙың оптималь т‑ра даимилығы законы асылған (А.Д.Макаров), 80‑се йй. металдың өҫкө йөҙөн модификациялау өсөн электроэрозион һәм электрохимик үлсәмле эшкәртеү ысулдары, ионлы имплантация һәм быҫҡыусы разряд м‑н эшкәртеү (В.В.Атрощенко, В.В.Будилов, А.Н.Зайцев, В.С.Мухин, А.М.Смыслов, Н.Ә.Әмирханова), металдарҙы иретеү һәм ҡойоу (Ә.Ә.Ғәниев, А.С.Чёлушкин), иретеп йәбештереү һәм паять итеү (Атрощенко, В.М.Бычков, В.Н.Тефанов) һ.б. технологиялары эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың (“Гидравлика” ААЙ, ӨМЭПБ, ӨАПБ, Күмертау авиация производство пр‑тиеһы һ.б.), РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелгән.

Әҙәб.: М а к а р о в А.Д. Износ и стойкость режущих инструментов. М., 1966; Б у д и л о в В.В., И в а н о в В.Ю., М у х и н В.С. Интегрированные вакуумные ионно-плазменные технологии обработки деталей газотурбинных двигателей. 2‑е изд., перераб. Уфа, 2004; Высокоскоростное анодное растворение в условиях нестационарности электродных потенциалов /Зайцев [и др.]. Уфа, 2005. 

 В.М.Грешнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.