МОРАҠ, Ҡ ы ҙ ы л М ә с е т, ауыл, Күгәрсен р‑ны (1930—35 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Мораҡ а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 271 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында, Мораҡ—Ира, Иҫәнғол—Мораҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 0,7; 1920 — 4,1; 1939 — 5,0; 1959 — 5,2; 1989 — 6,9; 2002 — 8,4; 2010 — 8,7. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, башҡорт гимназияһы, урта һәм төп мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе, 5 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, балалар ижады үҙәге, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, 2 мәҙәниәт йорто (6 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), Күгәрсен музейы, мәсет, сиркәү бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Хәмит һәм Хәбибулла Мораҡовтар билдәле. Шулай уҡ Ҡыҙыл Мәсет булараҡ теркәлгән. Ауылда 1770 й. И.И.Лепёхин булып китә. 1795 й. 32 йортта 162 кеше йәшәгән, 1866 й. 110 йортта — 469 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 1919 й. — Ҡыпсаҡ кантонының адм. үҙәге. Ф.Ф.Абдуллина, Мадр. А.Ғафуров, Марс. А.Ғафуров, А.К.Йәмәлетдинов, М.Г.Золотухин, В.Л.Ибраһимова, Ю.С.Климов, Э.М.Кузеев, Ә.М.Кәримский, Р.М.Мостафин, Р.Ю.Мөхәмәтов, В.П.Путенихин, Р.Ғ.Фазлыев ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.