МОРАҘЫМ, А р а т а у, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 124 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 174 кеше; 1920 — 207; 1939 — 133; 1959 — 199; 1989 — 326; 2002 — 381; 2010 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Байназар урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының Байназар а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мораҙым Әлмөхәмәтов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Мораҙыш, Имес исемдәре м‑н билдәле булған. 1866 й. 21 йортта 102 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.