МОРАҘЫМ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Сухоречка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 44 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 31 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 138 кеше; 1920 — 173; 1939 — 185; 1959 — 346; 1989 — 247; 2002 — 257; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 60‑сы йй. Ҡазан даруғаһының Ҡыр-Йылан улусы Бикташ а. (хәҙ. Яңы Бикташ а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 16 йортта 119 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 1939 й. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.