МОРАҘЫМ, 3‑сө Ю л д ы б а й, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 426 кеше; 1920 — 468; 1939 — 190; 1959 — 190; 1989 — 126; 2002 — 180; 2010 — 165 кеше. Башҡорт‑ тар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Хвалын урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1834 й. һәм 1859 й. араһында Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ улусы Мораҙым һәм Юлдыбай аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә 3‑сө Юлдыбай исеме м‑н нигеҙ һала. Мораҙым булараҡ теркәлгән. 1866 й. 25 йортта 243 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә Мораҙым тораһы һәм яҙыуы, Мораҙым тар‑ лауығы бар. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке