МОРАҘЫМ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Аҡ Шишмә й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 485 кеше; 1920 — 661; 1939 — 533; 1959 — 448; 1989 — 756; 2002 — 862; 2010 — 773 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары Меркет исеме м‑н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1654 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1407 й.) алып билдәле. 18 б. уртаһынан Мораҙым (улус старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов исеменән) булараҡ иҫәпкә алына. 1795 й. 23 йортта 138 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 438 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сана, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Мораҙым бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Иҫке Мораҙым тип теркәлгән, 2002 й. алып улар хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. Р.Т.Мырҙабаева, Ф.Р.Мырҙабаева, Ф.А.Нәҙершина ошо ауылда тыуған. 

 М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке