МОРАҘ, М ә н д е м, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 52 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта Мәндем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 129 кеше; 1920 — 167; 1939 — 195; 1959 — 189; 1989 — 145; 2002 — 118; 2010 — 124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кәлсер‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мораҙ исеме м-н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мораҙ Сөләймәновтың исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Мәндем‑Мораҙ булараҡ билдәле булған. 1795 й. М. исеме м‑н 2 ауыл теркәлгән: береһендә 3 йортта 22 кеше йәшәгән, икенсеһендә 6 йортта — 35 кеше, 1865 й. улар бергә иҫәпләнгән, 20 йортта — 88 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән, шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған.

 Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке