МОНГОЛ ИМПЕРИЯҺЫ, 13—14 бб. Азияның төньяҡ‑көнсығыш һәм үҙәк өлөшөндә, Европаның көнсығышында урынлашҡан дәүләт. 1206 й. Сыңғыҙхан тарафынан төҙөлә, яулап алыу походтары һөҙөмтәһендә сиктәре шаҡтай киңәйә. Баш ҡалалары: Ҡараҡорум, 1263 й. — Ханбалыҡ (Пекин). Дәүләт м‑н Сыңғыҙхан нәҫеленән булған юғары донъяуи власҡа эйә Бөйөк хан (ҡаған) идара иткән, ул ҡоролтай тарафынан һайлап__ҡуйылған. Дин тотоу ирекле булған. Дәүләт теле — монгол теле, буйһондоролған илдәрҙә ш. уҡ үҙ дәүләт телдәре һаҡланған. Терр‑я улустарға (Бөйөк хан улусы, Жуси улусы, Һәләгү улусы, Сығатай улусы һ.б.), төмәндәргә (10 мең), меңдәргә, йөҙҙәргә, ундарға бүленгән, уларға хандар, ун мең баштары (төмән), мең баштары, йөҙ баштары һәм ун баштары идара иткән. Дәүләт мәсьәләләре хан урҙаһында йәки ҡоролтайҙа хәл ителгән. Буйһондоролған терр‑яларға йөкләмәләр һәм һалымдар һалынған, уларҙы баҫҡаҡтар һәм даруғалар йыйған. Хоҡуҡи мөнәсәбәттәр Сыңғыҙхан һәм уның вариҫтары тарафынан төҙөлгән Бөйөк Яса закондарына ярашлы көйләнгән. Күсмә малсылыҡ төп хужалыҡ тармағы булған, буйһондоролған терр‑яларҙа хужалыҡ итеүҙең ғәҙәти төрҙәре һаҡланған. Азия һәм Европа илдәре м‑н сауҙа‑иҡт. бәйләнештәр тотҡан. Башҡорттар М.и. составына 1207—36 йй. хәрби бәрелештәр һәм һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә инә. Юлиандың мәғлүмәттәре б‑са, башҡорттар монгол ғәскәренә ҡаршы 14 йыл буйы һуғыша, империя составына ингәс, үҙ ханы булған дәүләтен һаҡлап алып ҡала. “Сыңғыҙнамә”гә ярашлы, Сыңғыҙхан м‑н уның дәүләтенә ҡушылыу т‑да һөйләшеүҙәрҙән һуң башҡ. ырыу башлыҡтары ер биләүгә ярлыҡ, оран, тамға, ырыу ағасы һәм ҡош ала. Башҡорт шәжәрәләре б‑са Мөйтән бейгә Ағиҙел, Тубыл, Ишем йй. буйҙарына, Яйыҡ й. үренә эйә булыу т‑да ярлыҡ бирелә, Майҡы бей Сыңғыҙхандың өлкән улы Жуси армияһы составында Себер һәм Ҡаҙағстанға походтарҙа ҡатнаша. Башҡорттар Жуси улусы (ҡара: Алтын Урҙа) составына инә, башҡорт ғәскәрҙәре Батый хандың көнсығыш һәм Үҙәк Европа илдәренә походтарында ҡатнаша. Башҡорттарға яһаҡ һалына, улар хәрби (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), юл, почта һ.б. йөкләмәләр үтәй. Башҡорттарҙың М.и. составына инеү осоро легенда һәм риүәйәт‑ тәрҙә (“Аҡман‑Тоҡман”, “Биксура”, “Бошман‑Ҡыпсаҡ батыр”, “Хан дәүерендә бөрйәндәр”, “Мөйтән”, “Үҫәргәндәр”) һ.б. фольклор ҡомартҡыларында сағылыш тапҡан. 1224 й. М.и. Сығатай улусы, 13 б. 60‑сы йй. Һәләгү улусы, Алтын Урҙа һ.б. айырыла. 14 б. һуңғы йылдарында М.и. юҡҡа сыға.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 1‑се т. XIII—XVIII быуаттар. Өфө, 1999; Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987; Х р а п а ч е в с к и й Р.П. Военная держава Чингисхана. М., 2004. 

 Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке