АНОШИН Иван Семёнович (17.11.1904, Һарытау губ. Шепелёвка а. — 1.9.1991, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б) ҮК эргәһендәге Кадрҙар әҙерләү ин‑тын (Мәскәү, 1932), Ҡыҙыл профессура иҡт. ин‑тын (Мәскәү, 1937), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. эргәһендәге Махсус курстар (Мәскәү, 1943), К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1926—28 йй. һәм 1942—68 йй. Совет Армияһында. 1928—30 йй. СССР ХКС‑ы эргәһендәге Берләштерелгән дәүләт сәйәси идаралығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1932—35 йй. ВКП(б) Чита ҡала ком‑тының бүлек мөдире. 1938 й. алып — Волга буйы немецтары АССР‑ы ВКП(б) өлкә ком‑тының, 1939 й. нояб. башлап Башҡ. өлкә ком‑тының 1‑се секретары. 1942—46 йй. 37‑се армияның Хәрби советы ағзаһы, 3‑сө Украина фронты, Мәскәү хәрби округының сәйәси идаралыҡтары етәксеһе. 1947—68 йй. Одесса хәрби округы ғәскәре командиры урынбаҫары, Алыҫ Көнсығыш хәрби округының Хәрби советы ағзаһы, СССР Ҡораллы Көстәре Ген. штабы Хәрби‑топография идаралығы нач. урынбаҫары. 1939—52 йй. ВКП(б) Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. СССР һәм РСФСР ЮС‑ының 1‑се һәм 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Кутузов (1945), 1‑се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1954), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.