МОНАКОВ Аника Евлампиевич, А.М а н а к о в, Исәт провинцияһы крәҫтиәндәренән, ш. иҫ. тау заводтарына беркетелгән крәҫтиәндәрҙән, Уложенный комиссия депутаты. Дәүләт крәҫтиәндәренән. Комиссия ҡарамағына йән башына һалымды һәм икмәк оброгын кәметеү, крәҫтиәндәргә заводтарҙа эшләгән өсөн хеҙмәт хаҡын арттырыу, сиркәү йолалары өсөн руханиҙарҙың халыҡтан законһыҙ һалым йыйыуы т‑да һ.б. наказдар еткерә. 1767 й. дек. депутатлыҡ вәкәләттәрен Хәрби коллегия вахмистры А.Т.Крохотинға тапшыра.

Әҙәб.: Сборник Русского исторического общества. СПб., 1869. Т.4; Б е л я в с к и й М.Т. Наказ исетских крестьян в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. //Уральский археографический ежегодник за 1973 год. Свердловск, 1975. 

 И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке