МОЛОКАН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ермолаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡунаҡбай й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 542 кеше; 1920 — 916; 1939 — 666; 1959 — 461; 1989 — 319; 2002 — 339; 2010 — 338 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә Молокан утары булараҡ нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 1891 й. 2 утар итеп иҫәпкә алынған: Молокан (309 кеше) һәм 2‑се Молокан (164 кеше). 1920 й. Молокан (2‑се Молокан) утары булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Н.И.Тюков ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке