МОКШАНСК ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1878 й. Пенза ҡ. 90‑сы пехота резерв батальоны булараҡ ойошторола, 1891 й. алып Мокшанск пехота резерв батальоны, 1899 й. — 214‑се Мокшанск резерв батальоны, 1904 й. — 214‑се М.п.п. Уның базаһында 282‑се Ҡара Яр пехота полкы (1904—05) ойошторола. 1905 й. М.п.п. 214‑се Мокшанск резерв батальоны итеп үҙгәртелә, ул 1910 й. алып 189‑сы Измаил пехота полкы (Һамар ҡ.) составына инә. 1901—04 йй., 1905— 06 йй. Өфө губ. Златоуст ҡ. урынлаша. Батальондың өс ротаһы — Зла‑ тоуст ҡан ҡойошонда; 214‑се М.п.п. рус-япон һуғышында (1904—05) ҡатнаша. Мукден янындағы алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн полк баш кейеменә беркетелә торған “1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн” билдәһенә лайыҡ була. 1906 й. полк капельмейстеры И.А.Шатров тарихта “Маньчжурия сусаҡтарында” исеме м‑н киң билдәле булған “Мокшанск полкы Маньчжурия сусаҡтарында” вальсын ижад итә. Полк ком. П.П.Побыванец (1900—05) билдәле.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.