МЕТАЛЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, айырым кристаллиттарҙың кристалл рәшәткәһе ориентацияларының өлгө күсәрҙәренә ҡарата законлы рәүештә бүленеүе. М.т. аксиаль, конус һәм сикләнгән төрҙәрен айыралар. Поликристаллы өлгөлә бер кристалл ориентацияһы күберәк булған осраҡта анизотропия барлыҡҡа килә (ҡара: Анизотроп материалдар). М.т. ҡойоу, пластик деформация, яндырыу (ҡара: Металдарҙы термик эшкәртеү), электр юлы м‑н тондороу, өрҙөрөү һ.б. ваҡытында барлыҡҡа килә. М.т. туранан‑тура билдәләү дифракция ысулдары (нейтрон һәм рентгенография), ситләтелгәне — физик‑механик үҙенсәлектәрен өйрәнеү юлы м‑н башҡарыла. М.т. формалаштырыу сәнәғәттә кәрәкле үҙенсәлектәре булған материалдарҙы алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында, Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында, ӨДАТУ‑ла үтә ваҡ бөртөклө һәм наноструктур материалдарҙы алыу, уларҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү ваҡытында М.т. тикшереү үткәрелә. Баҡыр, никель, титандың һ.б. төҙөлөшө формалашыуының законлыҡтары (И.В.Александров, А.Р.Килмәмәтов), М.т. тибы һәм бөртөктәр сиге йүнәлештәренең боҙолоуының буласаҡ спектрҙарының үҙ‑ара бәйләнеше (А.П.Жиляев, А.И.Пшеничнюк) билдәләнгән; күп кимәлле моделдәр яһағанда интенсив рәүештә пластик деформацияланған бөртөктәрҙең наноструктурланыу процестарының М.т. формалашыуына тәьҫире өйрәнелгән (Н.А.Йәнекәев, А.Ә.Назаров).

Н.А.Йәнекәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.