МОКРОУСОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с ҡарай. Өфөнән К. 17 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта Кәкрекүл (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 108 кеше; 1920 — 154; 1939 — 202; 1959 — 132; 1989 — 207; 2002 — 209; 2010 — 228 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1782 й. алып Степановка исеме м‑н билдәле. 1865 й. Степановкала (М.) 11 йортта 63 кеше йәшәгән. Игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1896—1926 йй. Тетеревников/ М. бүлендек ауылы теркәлгән. 1920 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1992 й. Өфө р‑нының Искин а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.