МЕТАЛЛ ҠЫРҠҠЫС ИНСТРУМЕНТТАР, әҙер деталь йәки ярымфабрикат алыу өсөн материалдың бер өлөшөн юнысҡы рәүешендә алып ташлап, эшкәртелә торған әҙерләмәнең формаһын һәм үлсәмдәрен үҙгәртеү өсөн производство ҡоралдары. Машина (соҡоғос, зенкер, метчик, плашка, һуҙыу, развёртка, ҡырҡҡыс, бырау, фреза, шевер һ.б.) һәм ҡул (тешәүес, игәү, нәҙек игәү, ҡул бысҡыһы, ҡырғыс һ.б.) инструменттарына бүленә. 20 б. 60‑сы йй. ӨАИ‑ла ауыр эшкәртелә торған, ш. иҫ. ҡыҙҙырыуға сыҙамлы ҡорос һәм иретмәләрҙе, таҙа һәм йоҡа итеп үткерләгәндә М.ҡ.и. ашалыуын өйрәнеү б‑са ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелгән (А.П.Доброрез, А.Д.Макаров һ.б.), ҡырҡыуҙың оптималь т‑ра даимилығы законының теоретик нигеҙҙәре әҙерләнгән, улар ғәмәли ҡулланыуға индерелгән. Республикала бөтә сәнәғәт пр‑тиелары үҙ производстволарын тәьмин итеү өсөн М.ҡ.и. етештерә, улар араһында ӨМЭПБ‑ның инструменттар эшләү з‑ды — иң ҙуры. Машиналар эшләүҙә деталдәргә форма биреү һәм уларҙың өҫкө йөҙөн сифатлы итеп үҙгәртеү өсөн М.ҡ.и. м‑н бергә энергетик инструменттар (концентрациялы энергия ағымдарын файҙаланыуға нигеҙләнгән) ҡулланыла. 90‑сы йй. башынан ӨДАТУ‑ла энергетик инструменттар һәм уларҙы төрлө материалдарҙы эшкәрткәндә файҙаланыу б‑са ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла (А.И.Дауытов, Р.Р.Латипов, Н.Ғ.Тереғолов).

Әҙәб.: Технология лазерной обработки конструкционных и инструментальных материалов в авиадвигателестроении /Р.Р.Латыпов [и др.]. М., 2007; Т е р е г у л о в Н.Г. Сущность энергетических инструментов и некоторые формы их проявления. Уфа, 2010; Энергетические инструменты и воздействие отдельных их видов на материалы при резании /Н.Г.Терегулов [и др.]. Уфа, 2011. 

Р.Р.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке