АНОХИН Виктор Фёдорович (18.7.1951, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ырныҡшы а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Мәскәү өлкә физик культура ин‑тын тамамлаған (1981). “Уныш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Н.Иванов). СССР (1976), РСФСР һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1975) чемп.; 800 м йүгереүҙә СССР—Бөйөк Британия (Киев), Франция—СССР (Париж), АҠШ—СССР (Вашингтон), Польша—ГДР—СССР (Варшава; бөтәһе лә — 1976) еңел атлетика матчтары еңеүсеһе. Ябыҡ биналарҙа 800 м йүгереүҙә СССР рекордсыһы (1977). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1976). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1974—79).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.