МОЖҒА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Шүдек а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 387 кеше; 1920 — 339; 1939 — 300; 1959 — 234; 1989 — 182; 2002 — 155; 2010 — 154 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 1683 й. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы удмурттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 258 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 58 йортта 314 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов