МОЖАРЫ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Арлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1059 кеше; 1920 — 925; 1939 — 730; 1959 — 405; 1989 — 213; 2002 — 319; 2010 — 393 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 1815 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙендә алпауыт А.Е.Можаровтың 1809 й. ш. уҡ өйәҙҙең Гәрә улусы башҡорттарынан һатып алған ерҙәрендә удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 102 йортта 628 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау, тимерселек кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. 5 һыу тирмәне һәм 10 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, 3 тимерлек, 2 ярма ярғыс, таш ватҡыс, 2 кирбес яһау оҫтаханаһы, 2 һыу һәм 8 ел тирмәне, шарап, һыра һәм 4 бакалея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.