МИШКӘ, Т а ш ҡ ы я, Учалы р‑нындағы ауыл, Наурыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән 65 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 124 кеше; 1920 — 196; 1939 — 112; 1959 — 104; 1989 — 73; 2002 — 100; 2010 — 86 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Верхнеурал өйәҙе Күбәләк‑Тиләү улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1891 й. 21 йортта 126 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.