МЕТАЛДАРҘЫ ЭРОЗИОН‑ХИМИК ЭШКӘРТЕҮ, эшкәртелеү зонаһында ҡалған материалды бөтөрөүгә йүнәлтелгән комплекслы физик‑химик тәьҫир. Электродлы инструмент һәм сәғәт м‑н программалаштырылған идара итеү системаһы булған махсус станоктарҙа башҡарыла. Эшкәртеүҙең электрохимик (анодта эретеү) һәм электроэрозион (стационар булмаған электр разряды тәьҫирендә электролит эсендәге йылылыҡ эрозияһы) ысулдарын берләштерә. Юғары етештереүсәнлек, ҡәнәғәтләнерлек аныҡлыҡ һәм эшкәртелгән йөҙҙөң таҙа булыуы м‑н айырылып тора. Ныҡ материалдан эшләнгән йоҡа деталдәрҙе эшкәртеү (ҡырҡыу, тишектәр яһау һ.б.) өсөн авиатөҙөлөштә ҡулланыла. Башҡортостанда М.э.‑х.э. өсөн ҡорамалдар һәм технологик схемалар эшләү 20 б. 70‑се йй. ӨАИ‑ла алып барыла. 1981 й. алып тикшеренеүҙәр БР‑ҙың “Искра” инновациялы ғилми‑технология үҙәгендә үткәрелә (С.А.Дёмин, А.Н.Зайцев, В.И.Полянин, К.В.Такунцов; ҡара: Конструкторҙар бюроһы). Тикшеренеү һөҙөмтәләре Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, “Гидравлика” пр‑тиеһында һ.б. индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Электрохимик күсереү‑тишеү станогы, Электроэрозион станок). 

А.Н.Зайцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке