МИШКӘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Яланғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 561 кеше; 1920 — 547; 1939 — 425; 1959 — 417; 1989 — 389; 2002 — 385; 2010 — 326 кеше. Мариҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп- балалар баҡсаһы (Яланғас урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡортта‑ рының аҫаба ерҙәрендә 1714 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡурас исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 75 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 55 йортта 338 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.