МИШӘР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 489 кеше; 1920 — 470; 1939 — 400; 1959 — 339; 1989 — 198; 2002 — 208; 2010 — 164 кеше. Башҡорт‑ тар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер да‑ руғаһы Ҡара‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1733 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — типтәрҙәр, 18 б. аҙ. ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 15 йортта 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 74 йортта — 450 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше, һатыуға ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ағас баржа һәм һал ағыҙыу күрһәтелгән. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.