АНОСОВТАР, тау инженерҙары. Павел Петрович А. (1799, С.‑Петербург — 13.5.1851, Омск ҡ.), геолог, металлург, уйлап табыусы. Тау инженерҙары корпусы ген.‑майоры (1840). Дворяндарҙан. С.‑Петербург тау кадет корпусын тамамлағандан һуң (1817) Златоуст (Косотур) заводында, 1819—47 йй. Златоуст ҡорал фабрикаһында хеҙмәт итә, 1829 й. алып фабриканың дир., бер үк ваҡытта 1831 й. башлап Златоуст тау заводы округы начальнигы. 1847 й. алып Алтай тау заводтары округы начальнигы. Уралда бер нисә алтын һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын аса. Металлургияла күп кенә технологияларҙы камиллаштыра (сәсмә алтын алыу ысулы, гальваник юл м‑н алтынлау, металды газ м‑н ҡатырыу, ҡорос структураһын тикшереү өсөн микроскоп ҡулланыу һ.б.), етештереү сере урта быуаттарҙа юғалтылған булаттың 5 төрөн ҡойоуҙы фәнни яҡтан нигеҙләй. Орд. м‑н бүләкләнгән. Металлургия, металдарҙы өйрәнеү, металдарҙы һәм иретмәләрҙе эшкәртеү өлкәһендә иң яҡшы фәнни эштәр (СССР ФА, 1948), иң яҡшы уйлап табыуҙар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре өсөн уның исемендәге премиялар (Златоуст ҡ. адм., 1995) булдырылған. Златоуста А. һәйкәл ҡуйылған (1954), урамға, индустриаль техникумға, ш. уҡ Көньяҡ Урал т. юл ст., Памир түбәләренең береһенә уның исеме бирелгән.

Уның улдары: Александр Павлович А. (1820, Ырымбур губ., Троицк өйәҙе Златоуст Заводы ҡсб, хәҙ. Златоуст ҡ. — ?), геолог. Тау инженерҙары корпусы ин‑тын тамамлаған (С.‑Петербург, яҡынса 1840). 1859 й. Онега күле янында Пудож тауында — магнетиттар, 1892 й. Олонец губ. Кутим й. буйында тимер ялтырауығы ятҡылығын аса; Николай Павлович А. (1835, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Златоуст Заводы ҡсб — 1890, С.‑Петербург), эшҡыуар. Тау инженерҙары корпусы ин‑тын тамамлағандан һуң (1853) Нерчинск тау округында хеҙмәт итә, артабан Көнсығыш Себер ген.‑губернаторының махсус эштәр чиновнигы була. 1854 й. Амур й. ярҙарының геологик төҙөлөшөн өйрәнә, 1857—60 йй. Зея һәм Уда йй. алтын сәсмәләренә разведка яһай. Владивосток ҡ. Амурға тиклем т. юл төҙөү проекты авторы. Үрге Амур (1868), Урта Амур (1873) һәм Ниман (1875) алтын сәнәғәте компанияларын ойоштороусыларҙың береһе. 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән. Амур өлк. Аносовский һәм Иркутск өлк. Аносов ҡасабалары, Байкал—Амур т. юлы магистрале ст. уның исеме м‑н аталған.

Хеҙм.: Аносов П.П. Собрание сочинений. М., 1954; Аносов Н.П. Геогностическое описание берегов р.Амура. Б.м., 1871.

Әҙәб.: Самарин А.М. Великий русский металлург П.П.Аносов // Известия Академии наук СССР. Отдел технических наук. 1951. №10; Пешкин И.С. Аносов. Челябинск, 1987.

В.С.Агте, Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке