МЕТАЛДАРҘЫ ЮҒАРЫ ЭНЕРГИЯ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙың файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн уларға концентрациялы энергия ағымдары м‑н тәьҫир итеү. Вакуум ҡулайламаларын, лазер техникаһын һ.б. махсус ҡорамалдарҙы файҙаланып башҡарыла. М.ю.э.м.э. төп ысулдары: металдарға лазер нурланышы, электр тогының ҡеүәтле импульстары, плазма ағымдары, электр дуғаһы, электрон һәм ион шәлкемдәре м‑н тәьҫир итеү. Фәнни тикшеренеүҙәрҙә, машиналар эшләүҙә һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтарында ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан “Гидравлика” ФДУП‑ында, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә үтә ныҡ ҡоростарҙы һәм иретмәләрҙе “Искра” инновациялы ғилми‑технология үҙәгендә эшләнгән (Өфө; Р.Х.Ганцев, С.Н.Копцев, К.В.Такуцов һ.б.) электроэрозион һәм ҡатнаш электроэрозион‑химик юл м‑н эшкәртеү технологияларын файҙаланалар. 90‑сы йй. башында Ағиҙел йылға пароходсылығында (ҡара: Башҡортостан йылға пароходсылығы) — Нефть техник университетында уйлап табылған (В.К.Загорский етәкс.) дуғалы разряд м‑н йоғонто яһап ҡорос изделиеларҙың метастабиль булған аморф өҫкө йөҙөн барлыҡҡа килтереү технологияһы, ӨМЭПБ‑ла, “Мотор” ҒПБ‑нда, “Гидравлика” ФДУП‑ында һ.б. Авиация техник университетында эшләнгән (В.В.Будилов, В.С.Мухин, А.М.Смыслов) һәм авиация двигателдәре деталдәрен етештереүҙә ҡулланылған вакуумлы ионлы‑плазмалы имплантация технологияһы индерелгән. 90‑сы йй. аҙ. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында металл иретмәләренең һығылмалылығын һ.б. механик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу маҡсатында уларҙың яңы структураһәм фазалы хәлдәрен барлыҡҡа килтергәндә электр‑импульслы эшкәртеүҙе файҙаланыу б‑са йүнәлеш үҫтерелә. 

З.Ғ.Камалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке