МЕСРОПЯН Арсен Владимирович (11.5.1974, Өфө), инженер‑механик. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2010). ӨДАТУ‑ны (1996), РФ Хөкүмәте эргәһендәге Халыҡ хужалығы акад. (2008, Мәскәү) тамамлаған. 1999 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй (2011 й. башлап Ғилми‑тикшеренеү эштәре идаралығы нач.). Фәнни эшмәкәрлеге осоу аппараттарының гидравлик һәм пневматик приводтарының математик моделдәрен әҙерләүгә һәм проектлауға арналған. М. етәкс. осоу аппараттары м‑н идара итеү системаларының күҙәтә торған электр‑гидравлик приводтарының үҙенсәлектәрен иҫәпләп сығарыу методикалары, нефтле һәм газлы ҡатламдарҙы һынаусылар өсөн гидравлика ярҙамында логик идара ителә торған система һ.б. эшләнә, улар “Гидравлика” ФДУП‑ында, “Керн” ҒПП‑нда (Өфө), Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, акад. В.П.Макеев ис. Дәүләт ракета үҙәгендә (Мейәс ҡ.) һ.б. индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Идентификация и адаптивное управление струйными гидравлическими рулевыми машинами. М., 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке