МЕРКУРИЙ, алыҫлығы б‑са Ҡояшҡа яҡын торған беренсе планета. М. орбитаһы ныҡ һуҙылған (эксцентриситеты 0,2056), шуға күрә уның Ҡояштан алыҫлығы 46 млн алып 70 млн км тиклем үҙгәрә (уртаса ҡиммәте 57,91 млн км, йәки 0,39 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 87,97 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 58,65 тәүлек. Әйләнеү күсәре хәрәкәт итеү орбитаһының яҫылығына ҡарата 83°С ауышҡан. Экваториаль диам. 4,878 мең км. Массаһы 3,303•1023 кг. Уртаса тығыҙлығы 5,43•103кг/м. Шыйыҡ хәлдәге атмосфераһы бар. Атмосфераһының атомдары һәр ваҡыт йыһанға оса, аҙ күләмдә табылған калий, натрий, кислород, аргон, гелий, водород һ.б. өҫкө тоҡомдарҙың радиоактив тарҡалыуы һөҙөмтәһе булып тора йәки ҡояш еле м‑н килтерелгән, тип фараз ителә. Планетаның әкрен әйләнеүе һәм атмосфераның торошо М. т‑ра айырмалығын билдәләй: Ҡояшҡа иң яҡын нөктәһендә көндөҙ т‑ра 430°С етә, төндә 170°С тиклем төшә. М. ҡалҡыулыҡтар һәм тигеҙлектәр бар. М. өйрәнелгән өлкәһенең 70%‑ын боронғо, кратерҙар м‑н ныҡ йырғыланған өлөшө тәшкил итә, унда “Эҫелек тигеҙлеге” кратеры (диам. 1300 км — планета диам. 1/4 өлөшө) айырылып тора. Кратерҙың уйпат өлөшө лава м‑н тулған һәм сағыштырмаса тигеҙ, лава сығарыу өлкәһенең бер өлөшөн ш. уҡ типтағы йөҙ ҡаплай. М. йөҙөнә бер нисә йөҙҙән алып 3 мең м тиклем бейеклектәге, йырғыланған текә ярҙар (һикәлтәләр) хас. Тикшеренеүҙәр уларҙың һыуыныу ваҡытында планетаның ҡабығы ҡыҫылыуы сәбәпле формалашыуын күрһәтә. М. фазалары, Ай кеүек үк, ураҡ рәүешенән тулы түңәрәккә тиклем үҙгәрә. Үлсәмдәре бәләкәй булыу һәм Ҡояшҡа яҡын тороуы сәбәпле М. Ерҙән күҙәтеүе ауыр. Планетаның Ҡояштан иң алыҫ китеү мөйөшө 28°С тәшкил итә, был ваҡытта уның макс. йондоҙ дәүмәле — 0,2. БР терр‑яһында таң атҡанда күк йөҙөнөң көнсығышында, ҡояш байығанда — көнбайыш өлөшөндә күренә.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке