МЕРЗЛЯКОВ Сергей Георгиевич (28.1.1956, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Матем. ин‑тында эшләй: 1987 й. алып өлкән, 1997 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2000—07 йй. БДУ‑ла, 2007—09 йй. — БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре комплекслы анализға арналған. М. тарафынан голоморф функциялар арауығында һыҙыҡлы операторҙарҙың болартыуҙары, айырмалы оператор образының сикләнгәнлеге, кәкре һыҙыҡлы һыҙаттар системаларында дифференциаль оператор өсөн спектраль синтез мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. А.Ф.Леонтьев ис. пр. лауреаты (2002).

Х е ҙ м.: Инвариантные подпространства оператора единичного сдвига //Известия Российской Академии наук. Серия математическая. 1992. Т.56. №6; Спектральный синтез для оператора дифференцирования на системах криволинейных полос /Математический сборник. 1995. Т.186. №5. 

Ә.М.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке