МАШИНАЛАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, машиналар һәм механизмдар т‑дағы фән. М.ө.ғ. төп маҡсаты: яңы физик эффекттар һәм күренештәр нигеҙендә машиналарҙы, механизмдарҙы эшләү һәм камиллаштырыу. М.ө.ғ. материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, металлофизика, конструкция материалдары, материалдар ҡаршылығы, машиналар һәм механизмдар, машина деталдәре, ҡайталыусанлыҡ, һығылмалылыҡ, йәйелеү теорияларын һ.б. үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙ. алып ӨДАТУ‑ла тешле күсергестәр һәм механизмдар (И.А.Болотовский), 80‑се йй. уртаһынан ҡайталыусанлыҡ, йәйелеү һәм материалдар ҡаршылығы (Р.Р.Мәүлитов), триботехника (Л.Ш.Шустер), композицион материалдар (Ю.С.Первушин, Ю.А.Сангалов) һ.б. тикшерелә. 80‑се йй. уртаһынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында үтә һығылмалылыҡ (О.Ә.Ҡайбышев), 90‑сы йй. аҙ. Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында наноструктур материалдар (Р.З.Вәлиев) һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Реновация, Пластик деформация, Есем өҫтөн пластик эшкәртеү, Трибология.

В.Ҡ.Итбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.