МАЧТА ҠОРОЛМАЛАРЫ, нигеҙгә беркетелгән вертикаль көпшәнән һәм уны тотҡан анкерҙар м‑н нығытылған тарттырғыстарҙан торған инженер ҡоролмалары. М.ҡ. монолит бетон, тимер‑бетон, йыйылма тимер‑бетон йәки металл конструкциялар рәүешендә яһала. Радио һәм телевидение антенналары һ.б. элемтә ҡоролмалары өсөн таяу сифатында ҡулланыла. 1941 й. Өфөлә радио үҙәктең бейеклеге 200 м еткән тәүге 4 М.ҡ. төҙөлә, улар 2001 й. тиклем файҙаланыла. 60‑сы йй. аҙ. алып респ. М.ҡ. радиоэлемтә, радио тапшырыу һәм телевидение, 2000 й. башынан – кәрәҙле бәйләнеш операторҙары “Билайн”, “Мегафон”, МТС өсөн төҙөлә башлай. 

А.А.Семёнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 Текст на русском языке