АННОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Ҡурғашлы й. (Йылайыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 315 кеше; 1920 — 503; 1939 — 595; 1959 — 309; 1989 — 253; 2002 — 221; 2010 — 132 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Йылайыр урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1748 й. Преображенск заводы эргәһендәге ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Уғара, Ҡурғашлы, Уғара-Ҡурғашлы исемдәре м‑н билдәле булған. 1866 й. 90 йортта 754 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Часовня булған. В.И.Маслов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.