МИШЕНЁВ Герасим Михайлович [1876, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 16.7.1906, Һарытау ҡ.], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1896 й. алып РСДРП ағзаһы. Благовещен уҡытыусылар семинарияһын тамамлаған (1894). 1899 й. Златоуст өйәҙенең Һатҡы Заводы ҡасабаһында, Златоуст, Ҡазан, Минзәлә һәм Өфө ҡҡ. агитация эше алып бара, Урал эшселәр союзы ағзаһы. 1903 й. башлап РСДРП‑ның Өфө ком‑ты етәксеһе. РСДРП‑ның 2‑се съезы делегаты (Брюссель, Лондон, 1903). 1904— 05 йй. РСДРП‑ның Киев, Һарытау ком‑ттарында эшләй. Азиат, Муравьёв псевдонимдары м‑н билдәле була.

Әҙәб.: У с м а н о в А.Н. Сквозь вихри враждебные. Уфа, 1976; Ш м а к о в А.А. По следам “Азиата”. Челябинск, 1984. 

 Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Г.М.Мишенёв

Текст на русском языке