МИЧУРИНСК, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 252 кеше; 1989 — 365; 2002 — 372; 2010 — 328 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 50‑се йй. ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке