МИХЛЯЕВ Степан Андреевич [10.12.1919, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 28.3.2001, шунда уҡ], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. Мәскәү хәрби‑сәйәси уч‑щеһын (1941), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1948) тамамлаған. 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. алып Брянск, Воронеж, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 24‑се уҡсылар корпусы 350‑се уҡсылар див. 917‑се артиллерия полкының 2‑се артиллерия дивизионы ком. майор М. 1944 й. 29 июлендә көнбайыш Буг, Сан, Висла йй. кискәндә һәм һул яр плацдармын һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1948 й. алып Дыуан урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—83 йй. директоры. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), Александр Невский (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Дыуан а. урамға М. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Илл.: С.А.Михляев.

Н.И.Черепанова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.