МИХЕЛЬСОН Иван Иванович (1740, Рига губ. — 5.8.1807, Бухарест, Витебск губ. Иваново а. ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Кавалериянан ген. (1797). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә, 1768—74 йй. һәм 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа, 1788—90 йй. рус-швед һуғышында ҡатнаша. 1754 й. алып рус армияһында. 1773 й. дек. Е.И.Пугачёв ихтилалын баҫтырыуға ебәрелә. 1774 й. 18 мартынан А.И.Бибиков етәкс. ғәскәрҙәр составында ҙур хөкүмәт отряды (16 рота, 4 орудие) командиры. 24 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25) мартта Өфө провинцияһының Зубов а. янында И.Н.Зарубиндың баш күтәреүселәр ғәскәрен ҡыйратып, Өфөнө ҡамауҙан сығара. Май—июндә Өфө һәм Исәт провинциялары биләмәләрендә И.Н.Белобородов, Салауат Юлаев һ.б. отрядтарына ҡаршы һуғыша. 22 майҙа Исәт провинцияһының Лягушино а., 3 һәм 5 июндә Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа., 12 һәм 15 июлдә Ҡазан янында һәм 25 авг. Ҡара Яр ҡ. (Солеников ватагаһы а.) эргәһендәге алыштарҙа Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйрата. 1803 й. башлап Витебск губ. хәрби губернаторы, 1806 й. — Днестр армияһы командующийы. Изге Андрей Первозванный (1806), 3‑сө дәрәжә Изге Георгий (1775), бриллиантлы (1801) Изге Александр Невский (1779), алтын ҡорал (1774) м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: О р е у с И.И. Иван Иванович Михельсон, победитель Пугачева //Русская старина. 1876. №1; Крестьянская война 1773— 1775 гг. в России: документы из собрания Государственного Исторического музея. М., 1973. 

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.