МИХАЙЛОВСКИХ Василий, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы казактарынан. 1774 й. ғин.—февр. полк. Е.К.Патысьев м‑н берлектә Екатеринбург ҡ. тирәһендә һуғыша. Апр. полк. С.Л.Билдин м‑н берлектә Силәбе ҡәлғәһе һәм уның тирә-яғында ихтилал хәрәкәтенә етәкселек итә. Май башында Ҡондора биҫтәһе янында премьер-майор Ф.Т.Жолобов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта тар-мар ителә. Әсиргә алына һәм Силәбе ҡәлғәһенә килтерелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.