МИХАЙЛОВКА, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 345 кеше; 1920 — 313; 1939 — 440; 1959 — 285; 1989 — 181; 2002 — 182; 2010 — 138 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә сыуаш күскенселәре Яңы Михайловка ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 48 йортта 283 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 50‑се йй. хәҙ. статусын ала. М.А.Егоров ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.