МИХАЙЛОВКА, И ҫ к е М и х а й л о в к а, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 41 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Долгий й. (Ашҡаҙар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 589 кеше; 1920 — 898; 1939 — 750; 1959 — 456; 1989 — 316; 2002 — 301; 2010 — 305 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға 1891 й. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Юрматы улусы Һайран а. (хәҙ. Ишембай р‑ны) һәм ш. уҡ өйәҙҙең һәм улустың Батыр а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә башлыса Ҡазан, Сембер һәм Тамбов губ. килгән урыҫ һәм сыуаш күскенселәре нигеҙ һала. 1896 й. 107 йортта 795 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ҡаҙна шарап кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ земство мәктәбе, мануфактура һәм бакалея кибеттәре теркәлгән. 1920 й. Иҫке Михайловка булараҡ теркәлгән. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.