МИХАЙЛОВКА, Ҡ а й м а ш, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 392; 1939 — 466; 1959 — 179; 1989 — 109; 2002 — 119; 2010 — 77 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Валентиновка урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1885 й. Вятка губернаһы, Пермь губернаһы һ.б. губерналарҙан күсеп килеүселәр Өфө өйәҙе Урман-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Михайловка яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 46 йортта 267 кеше йәшәгән. 1906 й. (хәҙ. статуста) сиркәү (1902 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, һыу тирмәне, тимерлек, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке