МИХАЙЛОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында Мәскәү— Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 82 кеше; 1920 — 145; 1939 — 336; 1959 — 1128; 1989 — 3609; 2002 — 4336; 2010 — 5384 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Проф. лицей, урта һәм музыка мәктәптәре, балалар өсөн соц. приют, балалар ижады йорто, амбулатория, мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана, сиркәү бар. Ауылға Өфө өйәҙендә яҡынса 1878 й. Яңы Михайловка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. (хәҙ. исемдә) 9 йортта 78 кеше йәшәгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. статусын йөрөтә. М.А.Чудов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке